Сибайское концертно-театральное объединение
Главная
О Нас
Каталог статей
Историческая хроника
Документация
Структура
Новости
Афиша
Персоналии
Администрация
Художественный персонал
АНТ Сибай
Детский театр СУЛПАН
Артисты вокала
Оркестр
ФЭГ "ТАРХАН"
Фотоальбомы
Медиа
Видео
Mp3
Добрые дела
Главная
»
2016
»
Октябрь
»
28
» Беҙгә яҙалар
14:41
Беҙгә яҙалар
Сентябрь айында Сибай концерт-театр берекмәһе "Йәшәү һуты биргән ер генәм..." исемле яңы концерт программаһы менән Мәләүез, Ишимбай, Дүртөйлө, Борай, Илеш райондарында уңышлы гастролдәрҙә йөрөп ҡайтты.
Беҙгә яҙалар
Алтын көҙҙөң матур бер көнөндә Сибай концерт-театр берекмәһе артистары беҙҙең Дүртөйлө ҡалаһында бай йөкмәткеле, рухлы концерт программаһы менән сығыш яһаны. Сәхнәнән йәшлек, гүзәллек һәм ижади һәләт бөркөлөп тора ине.
“Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, шундай моңло тауышлы, аһәңле йырсылар тамашасыларҙы әсир итте, күңелдәрҙә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырҙы. Йырсыларҙың әсир итер моңон тыңлайһы ла тыңлайһы ине…
Сибай ҡалаһының сәнғәт оҫталарын элек тә ҡарағаныбыҙ бар ине. Әммә был юлы улар беҙә айырыуса матур, һоҡланғыс ял сәғәттәре бүләк иттеләр һәм мин дүртөйлөләр исеменән барыһына ла – артистарға ла, уларҙы ойоштороп, әҙерләп, юлға оҙатҡан етәкселәренә лә, хатта концерттың уңышлы булыуына әҙмелер-күпмелер өлөш индереүселәрҙең һәр береһенә айырым-айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм! Артабан да ижади уңыштар, сәләмәтлек, ғаилә бәхете һеҙгә, сибайҙар! “Тархан” фольклор-эстрада төркөмө егеттәренә, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Баязит Байназаровҡа, халыҡ-ара һәм республика йыр бәйгеләре лауреаттары Зәлиә Нурлыға, Файыл Йортбәковҡа, виртуоз баянсы Дим Шәрәфиевкә, бейеү ансамбле егеттәре һәм ҡыҙҙарына алдағы көндәрҙә лә тик уңыштар ғына юлдаш булыуын, илһамлы ижад һәм бәлә-ҡазаһыҙ сәфәрҙәр теләйбеҙ!
Изге теләктәр менән,
Асия Шәрәфетдинова.
Дүртөйлө ҡалаһы.
1
2
3
4
5
Категория:
Новости СКТО
|
Просмотров:
409
|
Добавил:
kulina_82
|
Теги:
Сибай филармония
,
концерт
,
Сибайское концертно-театральное объ
|
Рейтинг:
5.0
/
1
Всего комментариев:
0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[
Регистрация
|
Вход
]