Главная » 2016 » Февраль » 26 » “Ижад беҙҙең дуҫыбыҙ, илдә булһын йырыбыҙ!”
10:11
“Ижад беҙҙең дуҫыбыҙ, илдә булһын йырыбыҙ!”
Ҡәҙерле дуҫтар! Сибай концерт-театр берекмәһенең Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов етәкселегендәге концерт бригадаһы һеҙҙе РФ һәм БР журналистар союзы ағзаһы Мотал Рәмовтың ижадына арналған “Ижад беҙҙең дуҫыбыҙ, илдә булһын йырыбыҙ!” исемле тамашаға саҡыра. Һеҙҙе кисә сәбәпсеһенең һүҙҙәренә яҙылған, шулай уҡ ретро һәм халыҡ йырҙары, дәртле бейеүҙәр, шаян сәхнә күренештәре (сценарийҙарҙан өҙөктәр), илһамлы шиғри күстәнәстәр көтә. Рәхим итегеҙ!
      Тамаша 2 мартта 19.00 сәғәттә “Сулпан” балалар театры сәхнәһендә була. Инеү хаҡы: 200 һум. Тел.: 89273058028, 89608059095.
Категория: Концерты | Просмотров: 526 | Добавил: Администратор | Теги: филармония, Рямов, концерт, СКТО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]