Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астаналағы “Аҡбуҙат” башҡорт этномәҙәни берләшмәһе ошо йылдың 18 авгусында оло йыйынына йыйҙы. Был сара Астана ҡалаһының 20 йыллығы сиктәрендә үтте.
Сарала Рәсәй Федерацияһының Ҡаҙағстандағы вәкиллеге, Астана ҡалаһы хакимиәте, Астана ҡалаһының Ҡаҙағстан халҡы Ассамблеяһы, Астана ҡалаһындағы этомәҙәни берләшмәләр вәкилдәре һәм Ҡаҙағстандың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе башҡорт зыялылары ҡатнашты.
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы исеменән беҙҙең Сибай концерт-театр берекмәһе вәкилдәре: концерт-театр берекмәһе директоры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Минеғәле улы Ҡотошов етәкселегендәге делегация составында популяр йырсылар Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин, халыҡ-ара һәм республика йыр бәйгеләре лауреаттары Сөмбөл Моратова, Зәлиә Нурлы, Ғаяз Ғәйетбаев, “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе Регина Иҫәнбаева ҡатнашты.
Башҡортостан еренән, Урал тауҙарынан йырлы-моңло сәләмдәр тапшырыуҙан тыш, беремә артистары Ҡаҙағстан халҡына милли йөҙөбөҙҙө, рухи асылыбыҙҙы сағылдырған бай этномәҙәни күргәҙмә лә тәҡдим итте. Милли кейем өлгөләре, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре, ҡул эштәре һәм башҡалар туғандаш халыҡ вәкилдәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Оҙайлы йылдар дауамында атай-олатайҙар төйәген ҡайтып күрә алмаған милләттәштәребеҙ менән дуҫлыҡ ептәре тергеҙелде, араларҙы тоташтырыр күперҙәр яңыртылды.