Главная » 2018 » Ноябрь » 22 » ПРЕМЬЕРА!!!
11:22
ПРЕМЬЕРА!!!
  Театр сәнғәтен һөйөүселәргә, ғөмүмән, башҡорт әҙәбиәтенә битараф булмағандарға балалар өсөн ижад ителгән “Балтанан аш”, “Зирәк ҡыҙ”, “Ҡырлай урманында осрашыу”, “Кем көслөрәк?”, “Батыр ҡуян” һәм башҡа күп кенә пьесалары һәм сәхнә әҫәрҙәре аша яҡшы таныш булған билдәле драматург, сценарийҙар авторы Сәрүәр Суринаның “Ҡанифа юлы” исемле пьесаһы буйынса тағы ла бер спектакль тамашасылар хөкөмөнә сығарыла. Спектаклдең үҙәгенә ҡуйылған Ҡанифа образы үҙенең ҡыйыулығы, үткерлеге һәм зирәклеге менән иғтибарҙы йәлеп итә. Шуғалыр ҙа атаһы Йомаҡай Ҡанифаға ҙур ышаныс күрһәтә, уның менән үҙенең серҙәрен дә уртаҡлаша. Эскерһеҙ һәм сабый аҡыллы һеңлеһе Әлимә иһә һәр яҡтан апаһынан өлгө алырға, уға оҡшарға тырыша... 
“Сулпан” балалар театры артистары әҙерләгән спектаклде сәхнәгә режиссер Зиннур Сөләймәнов ҡуйҙы. Спектаклдә яңғыраған йырҙарға көйҙәрҙе композитор Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин яҙҙы. Сәхнә биҙәлеше һәм костюмдар буйынса рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов, балетмейстер – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.
27 ноябрҙә премьерала көтөп ҡалабыҙ!!!
Башлана 10.00 сәғ., хаҡы 100 һум.
Белешмәләр өсөн тел.: 8-917-493-75-29


27 ноября детский театр «Сулпан» представит премьеру спектакля по пьесе Сарвар Суриной «Ҡанифа юлы» («Путь Канифы»). 
Новый спектакль создан по проекту «Театры малых городов» партии «Единая Россия».
Начало в 10.00 часов. Цена 100 рублей.
Тел. для справок 8-917-493-75-29
Категория: Концерты | Просмотров: 269 | Добавил: kulina_82 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]