Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астаналағы “Аҡбуҙат” башҡорт этномәҙәни берләшмәһе ошо йылдың 18 авгусында оло йыйынына йыйҙы. Был сара Астана ҡалаһының 20 йыллығы сиктәрендә үтте.
Сарала Рәсәй Федерацияһының Ҡаҙағстандағы вәкиллеге, Астана ҡалаһы хакимиәте, Астана ҡалаһының Ҡаҙағстан халҡы Ассамблеяһы, Астана ҡалаһындағы этомәҙәни берләшмәләр вәкилдәре һәм Ҡаҙағстандың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе башҡорт зыялылары ҡатнашты. ... Читать дальше »